Онотһағыҙсы... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


ОНОТҺАҒЫҘСЫ...


-Яҡшылығыңды онотмам,-
Шулай тинеләр күптәр.
Тик хәтер бит тотороҡһоҙ -
Ваҡыт тураған ептәр.
Онотҡанмын инде үҙем
Кемгә тейгәндер ярҙам,
Рәхмәткә өмөт итмәйем -
Этмәһендәр тик ярҙан.
Ҡай берәүҙәр, ғәжәп бит ул,
Һинән игелек ала,
Шунан, ул булдыра, тиеп
Оло ҡайғыға ҡала.
Ҡара көнсөллөккә төшөп
Эшләп тә ҡуя хаслыҡ:
Көтмәгәндә тигеҙ юлға
Ҡалҡа ла сыға ташлыҡ.
Ҡолағығыҙға етһәсе
Ихластан әйткән һүҙҙәр:
Онотҡанмын ярҙамымды,
Онотһағыҙсы һеҙ ҙә!


2015